Республикала Берҙәм дәүләт имтихандары дауам итә

Тулыраҡ: Республикала Берҙәм дәүләт имтихандары дауам итә

11-се класс уҡыусылары математика фәненән үҙ белемдәрен тикшерҙе. Математика ике өлөштән тора — төп һәм профилле. Былтыр уҡыусылар был фәндән ике йүнәлештә лә имтихан тапшыра алһа, быйыл иһә бер генә этапты һайлау ҡаралған. Өфөнөң Октябрь районындағы 38-се мәктәбендә математиканың база йүнәлешенән имтиханды 15 мәктәптән 229 уҡыусы тапшырырға теләк белдергән. Ойоштороусылар ҙа уҡыусылар менән берлектә металл эҙләү ҡорамалдары аша үтте. Уҡыусылар имтиханды етди күҙәтеү аҫтында тапшыра. Аудиториялар онлайн-күҙәтеү режимында. Математиканан имтихан һөҙөмтәләре 11 июндә билдәле буласаҡ.