Төрки телле театрҙарҙың “Туғанлыҡ” фестивале ҡунаҡтары башҡорт милли байрамында ҡатнашты. Туғанлыҡтың етенсе фестивалендә ҡатнашыусыларҙы һыбайлылар ҡаршы ала. Йыйын – Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәрҙән килгән артистар өсөн Башҡортостан мәҙәниәте менән ғәмәлдә танышыу сараһы. Актер һәм режиссерҙар театр сәхнәһен бер көнгә генә халыҡ уйындары майҙанына алмаштырҙы. “Туғанлыҡ” Рәсәйҙең алты төбәге һәм Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан театрҙарын туғанлаштырҙы. Ярыш-алыштарҙа һәммәһе лә ҡыҙыҡһынып ҡатнашты. Фестивалгә йыйылған театр труппалары үҙ тамашаһын танытып та өлгөрҙө. Ҡырым “Женитьба” спектаклен көтөлмәгән финал менән күрһәтте.Фестивалдә ҡатнашыусылар “Туғанлыҡтың” Рәсәй һәм сит илдә төрки теартҙарын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү генә түгел, ә төрки донъяһының сәхнә сәнғәте байрамына әйләнеүен билдәләй. Байрам һый-хөрмәтһеҙ үтмәй. Ҡунаҡтарға республикала йәшәгән төрлө милләттәрҙең халыҡ ризыҡтары тәҡдим ителде. Ҡоймаҡ, бәлештәр, һөт ризыҡтары, бәшмәк, тоҙланған әйберҙәр һәм әлбиттә татлы аҙыҡ. Башҡортостан театрҙары үҙ майҙансыҡтарында реквизит һәм костюмдар күргәҙмәһе ойошторҙо. Ошонда уҡ байрам табыны һәм бейеүҙәр. Фестиваль ҡунаҡтары ҡапсыҡ кейеп уҙышты, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгерҙе, арҡан тартты, ҡымыҙ һалынған тас төбөнән тәңкә эҙләне. Күҙҙе бәйләп көршәк ватыу, йәйәнән уҡ атыу, көрәштә бил бирмәү артистарҙың сәмен арттырҙы. Фестиваль һуңында иң яҡшы режиссер, ҡатын ҡыҙ һәм ир-егет ролен башҡарыусы, иң яҡшы сценарий һәм спектакль номинацияларында еңеүселәрҙе эксперт советы билдәләйәсәк.
Туғанлыҡ яланы
Тулыраҡ: Туғанлыҡ яланы