Маҡтаулы доктор вазифаһына Молдавия президенты Игорь Додон тәғәйенләнде. Республиканың төп юғары уҡыу йортонда Башҡортостан студенттары менән республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Молдавия президенты Игорь Додон осрашты. Юғары дәүләт вазифаларына тиклем университетта уҡытҡан Игорь Додон студенттар менән тиҙ уртаҡ тел тапты. Башҡортостан юғары уҡыу йорттары вәкилдәре Молдавия президентынан элекке Союз республикаһында рус телен өйрәнеү, милләт-ара татыулыҡ, дәүләттәр-ара хеҙмәттәшлек һәм Молдавияның НАТО-ға инеү-инмәү теләге хаҡында ла һорауҙар бирҙе. Игорь Додон Модавияның нейтраль дәрәжәһе тураһында белдерҙе. Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте Президент ауыл хужалығы менән машиналар төҙөү өлкәһендә күрә. Башҡортостан студенттарын ул Рәсәй-Молдавия иҡтисади форумыда ирекмән эшенә, мәктәптәрҙә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары вазифаһына һәм турист булараҡ боронғо дәүләттең замок, ҡорамдары менән танышырға саҡырҙы. Республиканың археология һәм этнография музейында Игорь Додон донъяға билдәле Сармат алтыны коллекцияһын ҡараны. Музейҙың өлкән ғилми хеҙмәткәре Илдар Ғабдрафиҡов белдереүенсә, Президент Башҡортостанда халыҡтар мираҫын ҡәҙерләп һаҡлауҙы юғары баһалай.
Башҡорт Дәүләт университетында яңы уҡытыусы
Тулыраҡ: Башҡорт Дәүләт университетында яңы уҡытыусы