Берҙәм тауыш биреү көнө билдәләнде

Тулыраҡ: Берҙәм тауыш биреү көнө билдәләнде

Башҡортостан Парламенты яҙғы сессиялағы һуңғы ултырыштарының береһен үткәрҙе. Урындағы үҙидаралыҡ, һайлауҙар, бюджет үтәлеше, социаль сәйәсәт. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында ҡаралған хоҡуҡи акттарҙың күбеһе ошо йүнәлештә ине. Республиканың закондар сығарыу буйынса төп органы депутаттары Федераль закондарға ла үҙрәшетрә индереү тәҡдимен яһай. Уларҙың береһе пасажирҙар ташыу һәм автомобиль йөгөнә бәйле. Шулай ҙа, айырым хоҡуҡи документтар тураһында ентекләберәк әйтергә кәрәк. Мәҫәлән, “Башҡортостан Республикаһы башлығын һайлау көнөн” билдәләү. Федераль ҡануниәткә ярашлы, был датаны тап субьекттарҙың закондар сығарыу палаталары аныҡларға бурыслы. Башҡортостан парламентарийҙары иһә Республика башлығын һайлау көнө тип һигеҙенсе сентябрҙе атай. Тап сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә ил кимәлендә лә “берҙәм тауыш биреү көнө” уҙа. Ә Башҡортостандың сауҙа системаһында йәнә лә үҙгәрештәр көтөлә. Ҡануниәт тап спиртлы һәм составында спирт булған эсемлектәрҙе һатыуға ҡағыла. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары кибеттәрҙә Йәштәр көнөндә, Беренсе сентябрь – уҡыу йылы башланған көндә араҡы-шарап һатыуҙы тулыһынса тыйыу яғында. Һабантуйҙар уҙған көндә лә райондарҙа ошондай продукция сауҙанан тылыһынса алына. Үҙгәрештәр араҡы-шарап менән сауҙаға ғына түгел, шулай уҡ тәмәке һәм тәмәке тартыуҙы ҡабатлаусы һәм тәмәкеһеҙ әйберҙәр, йәғни, вейптар тартыуҙы ла кәметеү яғында. Башҡортостан парламенты депутаттары алдындад киләһе сессияла тағы ла яңы закон проекттар өҫтөндә эшләргә тура киләсәк. Уларҙың береһе – интернаттарҙа тәрбиәләнгән балаларҙы фатир менән тәьмин итеү генә түгел, ә уларға уҡыуҙа, белем алыуҙа ярҙам күрһәтеүсе закондарҙы камиллаштырыу. Ошондай тәҡдим менән республикала балалар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Милана Скоробогатова сығыш яһай. Омбудсмен, шулай уҡ, республикала сабыйҙар һәм бәлиғ булмағандар араһындағы енәйәтселектең артыуына ла борсолоу белдерә. Башҡортостан Парламенты депутаттары республикала Хөкүмәт тарафынан дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу йәһәтенән алып барылған эшкә лә үҙ баһаһын бирҙе. Ҡорлтай депутататры Федераль орган – Дәүләт думаһына ла айырым документтар тапшырасаҡ. был үҙгәрештәр айырым закондарға өҫтәмәләр индереүгә бәйле.Башҡортостан парламентының был ултырышын Дәүләт йыйылышы- Ҡоролтайҙың яҙғы сессиялағы һуңғы кәңәшмәләренең береһе тп баһаларға кәрәк. Ҡаралған закон проекттарының социаль йүнәлешле булыуы ла иғтибарға лайыҡ. Көҙгө сессияла ла ошо маҡсатлы документтар һаны артыр, тигән фараздар бар.