Уҡыусыларҙың ялын ойоштороу, һауыҡтырыу, үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең мәшғүллеген тәьмин итеү буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында йәйге лагер һәм ял майҙандарында именлек саралары тураһында һүҙ барҙы. Быйыл республикала уҡыусыларҙы ҡабул итергә 1367 лагерь, 2 мең ярымдан ашыу һауыҡтырыу ойошмаһы әҙер. Июнь башынан август аҙағына тиклем 360 меңгә яҡын баланың ялын ойоштороу күҙ уңында тотола. 5 меңдән ашыу бала һаулығын республиканан ситтә, Әстрхан өлкәһе һәм Ҡырымда урынлашҡан ял урындарында нығыта ала. Республика бюджетынан балаларҙың ялын ойоштороу маҡсатында башҡа йылдар күләменә өҫтәп йәнә 55 миллион һум бүленә. Ведомство-ара комиссия рәйесе, Хөкүмәт Премьер министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова төп бурыс — балаларҙың хәүефһаҙлеген һаҡлау, тип белдерҙе.
Балалар именлеге һағын көсәйтеү осоро - йәй айҙары башлана
Тулыраҡ: Балалар именлеге һағын көсәйтеү осоро - йәй айҙары башлана