Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк

Тулыраҡ: Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк

Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә. 22-се апрелдә старт алған сарала 30 меңгә яҡын кеше һаулығын тикшерткән. 22 күсмә медицина модульде үҙ эсенә алған поездар билдәләнгән маршрут буйынса эшләй. Ошо көндәрҙә уларҙың береһе Бүздәк районында халыҡты ҡабул итә. 2016-сы йылда Флүр Ғәликәевтың бауырына операция эшләйҙәр. Ошонан һуң табиптар даими рәүештә белгестәргә күренеп торорға кәңәш итә. Күсмә сәләмәтлек поезының килеүе шунда уҡ бер-нисә мәсьәләне хәл иткән. Район үҙәгенә транспорт эҙләргә, аҡса түгергә һәм сират көтөргә кәрәкмәй. Яҡында ғына халыҡ флюрография үтә. Ғәҙәттә, был кабинетҡа ла район үҙәктәрендә ҙур сират була. Ә кешеләр яңылыҡтары менән дә уртаҡлашып өлгөрмәй, үпкәләрен тикшертеп сығалар. Ә иң күп сират маммологҡа. Был белгескә хатта баш ҡала дауаханаларында ла эләгеүе ҡыйын. Әммә, ауыл халҡының хәҙер мөмкинлектәре ҙур. “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы барышында 30 меңгә яҡын кеше медицина тикшереүе үткән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, 20 ир һәм ҡатында шәкәр диабеты, 1 меңдән ашыу кешенең ҡан баҫымы юғары булыуы, 60-ҡа яҡын яман шешкә шик асыҡланған. Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк акцияһы сиктәрендә медицина модулдары Бүздәк районында эшләй. Ике аҙна дауамында улар 5 ауыл биләмәһендә, ә иң мөһиме төпкөл ауылдарҙа булып, халыҡты ҡабул итә. Шуныһы ла уңайлы, күсмә сәләмәтлек поезында кешеләр анализ да тапшыра ала. Бүздәк районында 12 табип бәләкәй балаларын ҡарау буйынса декрет ялында, уларҙың бишәүһе терапевт. Бынан тыш, үҙәк дауаханала 3 педиатр, 2 акушер-гинеколог, 1 невролог талап ителә. Сәләмәтлек поезының килеүе урындағы белгестәргә оло ярҙам булып тора. Башҡортостанда табиптар етешмәү проблемаһы күптән хәл ителмәй килде. Республика етәксеһе Радий Хәбиров район-ҡалаларға сәфәре барышында иң беренсе был проблемаға иғтибар итте һәм мәсьәләне хәл итеү юлдарын барларға ҡушты. Бүздәк районында, мәҫәлән, 1 фатир — белгестең ғаиләһен ҡабул итергә әҙер. Шулай уҡ, ике бер бүлмәле торлаҡ алыу мәсьәләһе өйрәнелә. Быйыл бында 5 табип ҡайтыр, тип көтөлә. Башҡортостан етәкселеге онкологик сирҙәрҙе алдан асыҡлап, дауалау бурысы ҡуйғайны. Бындай һөҙөмтәгә ирешкән табиптарға дәртләндереү саралары ла ҡаралған. Күсмә сәләмәтлек поезы Бүздәк районында 23-сө майҙан эшләй. Ошо арауыҡ эсендә белгестәр бихисап сир тапҡан. Медицина модулдары Бүздәк районында аҙна аҙағына тиклем халыҡты ҡабул итә. Ә “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы Башҡортостанда 10-сы октябргә тиклем дауам итә. Уның маҡсаты – ауылда йәшәүселәргә медицина ярҙамы күрһәтеү һәм күберәк халыҡтың сәләмәтлеген тикшереү.