- Америка Ҡушма штаттарының Урта Көнбайышы буйлап 55-тән ашыу көслө ҡойон үткән. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ярашлы, тәбиғәт ғәрәсәте һөҙөмтәһендә һигеҙ штатта йөҙләгән йорт емерелгән, 65 мең бина электрһыҙ тороп ҡалған. 130 кеше йәрәхәтләнгән, 81 йәшлек ир һәләк булған. Уның йортона автомобиль килеп төшкән. Иң ҙур зыян Огайо штатына тура килгән.
- Рәсәй космонавтары Алексей Овичинин менән Олег Кононенко асыҡ йыһанға сыҡҡан. Был ваҡиғаны улар беренсе булып асыҡ йыһанға сығыусы совет космонавты, ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Алексей Леоновҡа бағышлаған. 85 йәшлек тыуған көнөн билдәләүсе Алексей Архиповичтың фоторәсемен космонавтар үҙҙәре менән алған һәм скафандарҙарына ҡотлау һүҙҙәре менән яҙыуҙар беркеткәндәр.
- Black Star бренды хужаһы, рэп башҡарыусы Тимати “Рәсәй армияһы” магазины менән берлектә “Ҡара йондоҙ” тип аталған яңы кейем коллекцияһын тәҡдим иткән. Улар араһында әрме стилендәге курткалар, ир һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн күлдәктәр, баш кейемдәре һәм футболкалар. Рәсәй Федерацияһы оборонаһы идаралығының милли үҙәгендә үткән коллекцияның презентацияһында Оборона министры Сергей Шойгу ла ҡатнашҡан. Тимати уға бер данала ғына тегелгән әрме курткаһы бүләк иткән.
- Тайыштабандар өсөн балалар баҡсаһы. Тверь өлкәһендә яңғыҙы ҡалған айыу балалары өсөн “Ҡотҡарыу үҙәге” асылған. Әле унда 16 хайуан аҫрала, уларҙы үҙәк хеҙмәткәрҙәре тәрбиәләй. Шулай ҙа айыуҙар кешегә өйрәнеп китмәһен өсөн улар эргәһенә һирәк баралар. Киреһенсә, ҡырағай тәбиғәткә яраҡлаштырырға тырышалар. Сөнки 8 ай тулғас, тайыштабандарҙы иреккә ебәрәләр.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре