Туғанлыҡ халыҡ-ара фестивале тамамланды

Тулыраҡ: Туғанлыҡ халыҡ-ара фестивале тамамланды

Өфөлә төрки телле театрҙарҙың Туғанлыҡ халыҡ-ара фестивале тамамланды. Фестиваль быйыл да ысын сәнғәт өсөн тел бер ваҡытта ла кәртә булалмауын иҫбатланы. Сара бүләк иткән тәьҫораттары менән фестивалдең даими президенты- танылған режиссер Рифҡәт Исрафилов, жюри рәйесе Рәсәй Армияһы театрының художество етәксеһе Борис Морозов һәм фестивалдең эксперт советы ағзаһы Нияз Иғламов Башҡортостан Дәүләт телерадиокомпанияһының медиаүҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында уртаҡлашты һәм теүәл ике йылдан Туғанлыҡ халыҡ-ара фестиваленең 30 йыллығында осрашыу теләген белдерҙе.