Ураҙа байрамына арналған төп саралар, ғәҙәттәгесә, Ләлә-Тюльпан мәсетендә үтте

Тулыраҡ: Ураҙа байрамына арналған төп саралар, ғәҙәттәгесә, Ләлә-Тюльпан мәсетендә үтте

Унда меңләгән мосолмандар менән бергә байрам вәғәзен республика етәксеһе Радий Хәбиров та тыңланы. Һуңынан байрам Ватан этнопаркында дауам итте. Мосолман донъяһындағы иң мөбәрәк ике байрамдың береһе Ураҙа ғәйете - иман һәм дин, ихтирам һәм игелек, изгелек менән күркәм сифаттар билдәһе. Ай дауамында ризыҡтан тыйылып, насар уйҙарҙан арынып йөрәк сафлығына әйҙәүсе рамаҙан-шәриф ысын мәғәнәһендә яндырыу осоро. Яндырыу тигән һүҙҙең төшөнсәһен был осраҡта, боҙоҡлоҡто юҡ итеү тип аңларға кәрәк. Башҡортостандың төп мәсеттәренең береһе – “Ләлә–Тюльпанға” килгән мөьмин-мөьминәләр ҙә ошо фекерҙә. Ата-бабаларыбыҙҙың быуаттар буйына ислам ҡимәттәренә тоғро ҡалыуы алтын менән гәүһәрҙәрҙән мәртәбәлерәк мираҫ. Уның ҡиммәте лә, хаҡы ла юҡ. Бөгөн өлкәндәр менән бер рәттән йәштәр ҙә мосолман дине, уның дөрөҫ вәғәздәренә, тартыла икән, уны һаҡларға һәм яҡларға кәрәк. Уртаҡ табын һәм уртаҡ ҡыуаныс. Рәсәйҙә йәшәгән егерме миллионға яҡын мосолман өммәһе менән бергә Ураҙа ғәйетен Башҡортостанда йәшәгән диндарҙар ҙа бергә ҡаршылай. Мәсеттәрҙә идль әл фитыр вәғәздәре уҡыла, мохтаждарға ярҙам күрһәтелә. Быйыл фытыр саҙаҡаһы биреп, зәҡәт тапшырыусылар ҙа бихисап. Был күренеште бары тик хәйер өләшеү, тип ҡарарға ғына ярамай, был мосолмандарҙың бер-беренә булышлығы һәм ауыр хәлгә тарығандарҙы яңғыҙ ҡалдырмауы. Донъяла һәр кем бер-береһенә туған. Был туғанлыҡ милләткә лә, һинең сәйәси ҡарашыңа ла бәйле түгел. Был туғанлыҡ һинең иманлығыңдан килә. Өфөлә, “Ватан” этнопаркында үткән байрамға йыйылыусыларҙың барыһы ла ошо фекерҙә. Байрам күрке табын муллығында ғына түгел, байрам күрке табындың йылылығында. Был юлы ла Ураҙа ғәйетен меңдәрсә кеше бергә ҡаршыланы. Ураҙа тамамланыу менән изгелек үә игелек төшөнсәләрен оноторға, бер йылға ҡалдырырға ярамай. Хаҡ мосолмандың күңеле, тимәк, йөрәге лә һәр саҡ ураҙала булырға тейеш. Бындай ураҙаның кеше ғүмере дауамына һуҙылһа ла зыяны юҡ.