“1710-сы километр платформаһы” туҡтатылышы был көндәрҙә

Тулыраҡ: “1710-сы километр платформаһы” туҡтатылышы был көндәрҙә

Оло-теләк тимер юл фажиғәһенең хәтер майҙанына әүерелә. Бында 30 йыл элек булған ваҡиғаның шаһиттары, һәләк булғандарҙың туғандары йыйыла. Ят автомобиль хужаларының “Һәйкәлгә юл ҡайҙа” тигән һорауы Красный восход ауылы халҡын аптырашта ҡалдырмай. Өсөнсө июндең ниндәй көн икәнен һәм ҡайһы һәйкәл тураһында һүҙ барғанын улар яҡшы белә. Утлы мәхшәр, нисә тиҫтә йыл үтһә лә, онотолорлоҡ түгел, ти Татьяна Шәрәфуллина. 30 йыл элек тә ул ошо уҡ фельдшер-акушер пунктында эшләгән. Көслө шартлауҙан тәҙрә быялалары ыуалған, йорт ҡыйыҡтары емерелгән мәлдә ул хеҙмәттәше Надежда Бортновская менән фажиғә урынына ашыҡҡан. 1989 йылда совхозда баш зоотехник булып эшләгән Нурлығаян Ғиндуллин да һәләкәт төнөн бөгөнгөләй хәтерләй. Янғын урынынан юрғанға һалып ике кешене сығарҙым, тик уларҙы ҡотҡара алманым, тип үкенә. Әле Нурлығаян Мирхәйҙәр улы хәтер станцияһы ҡарауылсыһы вазифаһын иңенә алған. Үҙ теләге буйынса.Утлы мәхшәрҙә ҡалған кешеләрҙе ҡотҡарырға ла ауыл халҡы выждан бурысы буйынса килде, совхозда ниндәй техника бар шуны ҡулландыҡ, ти фажиғә шаһиты. Ул саҡта дәүләт телерадиоһының махсус хәбәрсеһе Мадриль Ғәфүров иһә ил етәксеһе менән осрашыуҙы һөнәри бурысы, тип таный һәм Горбачевтан һорауҙарына яуап ала. Фажиғә урынынан тәүге мәғлүмәттәрҙе донъяға хәбәр иткән журналист утыҙ йыл үткәс тә ошо майҙанға тәүгеләрҙән килгән. Ҡара ҡоромға батҡан ер, ирегән тимер, янған кешеләр күҙ алдынан китмәй, ти тәжрибәле хәбәрсе.Тимер юл һәләкәттәре араһында иң ҡурҡынысы тип баһаланған фажиғәлә 575 кеше һәләк булған, шуларҙың 181-е балалар. Йәнә 600-ҙән ашыу кеше тән йәрәхәттәре алған. Шартлау көсөн белгестәр 300 тонна тротил күләменә тиңләй, уның ҡеүәтен Хиросималағы шартлау менән сағыштыра. Ике поезда 38 вагон янып юҡҡа сыға, тағы ла 14-е юлдан ситкә тәгәрәй. 350 метрҙа рельстар сафтан сыға. Йөҙ йәшлек ағастар шырпы урынына янып бөтә. Өс тиҫтә йыл эсендә бында янып һәләк булған ағастар урынына яңы урман үҫкән. Әммә фажиғә шаһиттарының хәтирәләре уңалмай. Йыл да улар ҡорбандар иҫтәлегенә асылған 1710-сы километр плтаформаһында осрашып хәтирәләрен яңырта. Ошо уҡ майҙанда бейеклеге 8 метрлыҡ һәйкәл ҡуйылған. Таш плитаға ҡорбандарҙың исем-шәрифе, тыуған йылы баҫылған. Ошонда уҡ Адлер-Новосибирск поезының янып ҡарайған бер нисә маршрут таҡтаһы ята. Үткән поездар махсус сигнал биреп, электричкалар ҡыҫҡа туҡталыш яһап хәтер бурысын үтәй. Красный восход ауыл хакимиәте һәйкәлде тәртиптә тотоуҙы үҙ ҡарамағына алған. 3-4 июнь бында һәләк булғандарҙың туғандары осрашҡан көндәр. Йыл да фажиғә урынына уларҙы “Хәтер поезы” алып килә.