Халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуға мөһим аҙым

Тулыраҡ: Халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуға мөһим аҙым

Башҡортостандан Венаға тура авиабәйләнеш булдырылды. Хәҙер Европаны күреп ҡайтырға теләүселәр өсөн һауа юлдары асыҡ, аэропорттар алмаштырып йөрөүҙең дә кәрәге юҡ. Елена Шакирова ла йәш бала менән аэропорттар буйлап йөрөүҙе ауыр күреп ялын кисектерергә теләй, әммә яңы рейс тураһында ишеткәс тә, сумаҙандарын йыйып юлға сыҡҡан.Өфө-Вена авиабәйләнешенә ихтыяж ҙур булыуын тәүге көндә үк осорға теләүселәрҙең сират теҙелеүе дәлилләй. Берәүҙәр 4 сәғәт эсендә Европа йөрәгенә барыу мөмкинлеге хаҡында ишеткәс тә билет алған, икенселәр Мәскәү аша түгел, ә тураға барып етеү форсатынан файҙаланып өлгөргәнТәүге рейс менән Европа ишектәрен 84 пассажир асты. Әйтергә кәрәк, донъяның көнбайыш дәүләттәрен Өфө менән бәйләүсе был берҙән-бер даими маршрут. Былтыр Прагаға тура рейстар туҡталғас, Башҡортостан ғына түгел, күрше төбәктәрҙә йәшәүселәргә лә урау юлдан йөрөргә тура килгәйне. Ә туристик һәм иҡтисади бәйләнештәр өсөн мөмкинлектәр киң һәм даирәләр сикһеҙ, әле Башҡортостанда Австрия бизнесы ҡатнашлығында бихисап предприятиелар эшләй, улар ағасты тәрән эшкәртеү һәм керамик плиткалар етештереүҙе яйға һалған. Өфөнән Венаға тура авиабәйләнеш булдырыу беҙҙең өсөн мөһим тип белдерҙе дүшәмбеләге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров. Республика етәксеһе был Башҡортостан өсөн иғтибарға лайыҡ сара тине.Өфөнән Венаға самолеттар аҙнаһына ике тапҡыр дүшәмбе һәм йома көнө иртәнге 9 сәғәт 45 минутта юлға сыҡһа, кирегә ошо уҡ көндө урындағы ваҡыт менән 12 сәғәт 5 минутта ҡуҙғала. Даими рейс бер нисә йылдан иң популяр йүнәлештәрҙең береһенә әйләнер һәм үҙ сығымдарын ҡаплар тип көтөлә.