Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә мәктәп коллективы һәм уҡыусылары ҡунаҡ йыйып ошо һөйөнөсө менән уртаҡлашты. Саҡырылған ҡунаҡтар араһында Каринэ Хәбирова ла булды. Ул райондың социаль приютында йәшәгән сабыйҙар менән дә танышты һәм һабантуйҙа ҡатнашты. Баҡалы балалар сәнғәт мәктәбенең йыр, бейеү, музыка ҡоралдары һәм һынлы сәнғәт бүлектәрендә барыһы 385 бала уҡый. Улар район, республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге бәйгеләр лауреаттары. Быйылғы уҡыу йылы аҙағына талантлы бәләкәстәргә бик шәп бүләк эшләгәндәр. 69-сы йылда төҙөлгән иҫке кинотеатр бинаһын йүнәтеп концерт залы асҡандар. Һөҙөмтәлә яңы уҡыу йылында сәнғәт мәктәбе уҡыусылары һаны 45 балаға артасаҡ. Өҫтәлмә һөнәр артынан тәжрибәле педагогтарға ата-әсәләр, ваҡыттарын йәлләмәй, хатта яҡын-тирәләге ауылдарҙан да ҡыҙ һәм малайҙарын алып килә. Бәләкәстәр мәктәпкә теләп йөрөй. Ә бына киләһе йорт, киреһенсә, ул бер баланың да хыялы рәтенән түгел. Социаль приютта 25 бала йәшәй. Иң бәләкәсенә 3,5 йәш, өлкәненә – 17. 12 хеҙмәткәрҙең уларҙы бөтә һөйөүен һалып тәрбиәләргә тырышыуҙары ла күҙҙәренең моңһоулығын баҫмай шул. Уларҙың күңел көсөнөң хатта өлкәндәргә ҡарағанда ла ҡеүәтлерәк булыуы, төрлө яҡлап үҫергә тырышыуҙары, матурлыҡҡа ынтыла белеүҙәре һоҡландыра. Япраҡ ҙурлыҡ ҡына Башҡортостанда егәрле халҡыбыҙ йәшәй. Сәсеү эштәрен тамамлап, Баҡалыла ла был ялдарҙа ялан батырҙарын тәбрикләнеләр. Һабантуй алдынғыларына тәғәйенләп ҡунаҡтар ҡолғаға һөлгөләр бәйләй. Йыр-моңға күмелгән аҡланда ҡайҙа ҡарама халыҡ уйындары гөрләй. Баҡалы хужалыҡтары майлы культуралар буйынса яҡшы уңыш алған райондар рәтендә. Ә һабантуй көнөнә улар сәсеү эштәрен тулыһынса тамамлаған ине. Райондаштары алдынғыларҙы алҡыштарға күмә. Парад башында малдарҙы ҡышлатыу буйынса 2-се, сәсеү эштәрендә 1-се урынды яулаған “Дуҫлыҡ” кооперативы хеҙмәткәрҙәре атлай.Йылдың биш айында республика фермер хужалыҡтары һәм ауыл хужалыҡтары предприятиеларында 280 мең тоннаға яҡын һөт һауып алынған. Был былтырғынан байтаҡҡа юғарыраҡ һәм ундай күрһәткестәргә ирешеүҙә Баҡалы һауынсыларының да өлөшө бар. Парадта лайыҡлы рәүештә “Үмәр”, “Яҡты шишмә”, “Бозор” хужалыҡтары хеҙмәтсәндәре атлай. Улар менән бер рәткә уҡыу-уҡытыу, медицина, спорт һәм башҡа бик күп йүнәлештәрҙәге алдынғылар — ауыл йәмен , ер ҡәҙерен белгәндәр баҫҡан. Һабан байрамында ял итеп, халыҡ уйындарында ҡатнашып та ҡайтты район халҡы.Һабантуйҙың иң йәнле өлөшө – ул, әлбиттә, ат сабышы һәм ул һәр ваҡыттағыса иғтибар үҙәгендә. Күрәһегеҙ, тамашасылар нисек ҡысҡырып, һыҙғырып һыбайлыларҙы дәртләндерә. Ярышҡа барыһы 20-ләп һыбайлы сыҡҡан. Улар араһында Татарстандан да ҡунаҡтар бар.Эшкә лә, йырға ла шәп баҡалылар. Ҡунаҡтарға хатта үҙ байрамдары ла һабан туйына килергә бер ҙә ҡамасауламаған.Оҫталар ҙа ситтә ҡала алмаған, улар байрам уртаһында ҡайнай.Райондың үҙенсәлекле оҫтаһы — Анатолий Шабалин бөтә ҡурсаҡтарын да алып сыҡҡан яланға.Ҡыйыуҙар ҡолғаға үрмәләгән арала батырҙар бил һынай, һылыуҙар тамсы ла һыуын сайпылтмай көйәнтәләр менән йүгерә. Һәр кем маһирлығын һынай. Тик балыҡсылар ғына шып-шым, тиҙерәк балыҡ ҡаптырыу – иҫәптәре. Алда хеҙмәтсәндәрҙе малға аҙыҡ әҙерләү миҙгеле көтә. Иген уңғанда – икмәге, бесән уңһа – һөтө булыр ти улар һәм уңыштың мул булыуын юрай.
Баҡалыла сәнғәт мәктәбенең хәҙер үҙ концерт залы бар
Тулыраҡ: Баҡалыла сәнғәт мәктәбенең хәҙер үҙ концерт залы бар