Республикала янғынға ҡаршы хеҙмәттең тағы ла бер бүлексәһе барлыҡҡа киләсәк

Тулыраҡ: Республикала янғынға ҡаршы хеҙмәттең тағы ла бер бүлексәһе барлыҡҡа киләсәк

Ул Нефтекама ҡалаһы янында Әмзә ауылында урынлаша. Был биләмә аша тимер юлдары үтә. Юл хәрәкәте ябылыуы арҡаһында Нефтекаманың янғын һүндереселәренә ҡайһы ваҡыт 40-ар минут көтөп торорға тура килә. Айырым пост асыу янғын һүндереү хеҙмәтенең барып етеү ваҡытын һиҙелерлек кәметер, тип көтөлә. Төбәктең ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты Әмзә бүлексәһендә 18 янғын һүндереүсе хеҙмәт итәсәге тураһында белдерҙе.