Дауаханаға килдем, әммә машинаны ҡуйырға урын юҡ

Тулыраҡ: Дауаханаға килдем, әммә машинаны ҡуйырға урын юҡ

Был һорау хәҙер күп автоһәүәҫкәрҙәрҙе борсой. Апрель айынан газон-тротуар, социаль объекттар майҙансыҡтарында тимер аттарҙы ҡалдырып китеү ҡәтғи тыйыла. Ҡәғиҙәне боҙоусылар өсөн штраф ҡаралған. Законды инҡар итеүселәр күпме штраф түләйәсәк? Парковкалар мәсьәләһе ҡасан хәл ителер? Өфөнөң Киров районында үткән профилактик рейд барышында инспекторҙар машиналарын газон-тротуарҙарға ҡалдырып китеүсе бер нисә ҡағиҙә боҙоусыны теркәне. Тимер ат хужалары ҡулдарына штраф ҡағыҙын алғас, бәхәсләшергә тотона. Әлбиттә, автоһәүәҫкәрҙәрҙең күбеһе закон боҙоуын яҡшы аңлай. Тик дауахана алдында машина ҡуйырға урын бөтөнләй юҡ, тип зарлана. Күмертау ҡалаһынан килгән Сапожниковтар ғаиләһе лә, мәҫәлән, шул уҡ хәлгә тарый. Машина өсөн урынды оҙаҡ эҙләнек, шуға ла ағас янына ҡалдырып китеүҙән башҡа сара тапманыҡ, ти улар. Йәшелләндерелгән биләмә, йәки, үлән, сәскә, ағас-ҡыуаҡлыҡтар үҫкән урынға ҡуйылған машина хужаларына штраф килә. Билдәле булыуынса, быйыл апрель айынан газон-тротуарҙарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында машиналарҙы ҡалдырып китеү ҡәтғи тыйыла. Бигерәк тә дауаханаға килеүсе пациенттар социаль обьект алдында тимер аттарын ҡуйырға урын булмауына аптырай. Ә бит башҡала табиптарына ярҙамға мохтаж булып алыҫ райондарҙан ғына йөҙләгән кеше килә. Дауахана хеҙмәткәрҙәре лә, пациенттар ҙа үҙҙәренең ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә. Ихаталарҙың күбеһенә хәҙер үтеп булмай, шлагбаум тора, ә дауахана алдында килеп еткәнсе урын да ҡалмай, ти машина хужалары. Физик шәхестәр бер меңдән ике мең һум, ә икенсе тапҡырға ҡағиҙә боҙоусылар өс меңдән дүрт мең һум, вазифа биләүселәргә 5 меңдән 10 меңгә тиклем, юридик шәхестәр егерме меңдән утыҙ мең һумға тиклем штраф түләйәсәк.Апрель айынан алып Киров районында ғына бөтәһе 2000 административ ҡағиҙә боҙоусы тотолған. Шуларҙың 947-һе штраф түләйәсәк. Штраф күләме 1454000 һум. Был аҡса республика бюджетына күсәсәк.Ысынлап та, күптәр машиналарын газонға ҡалдырып, үләнде генә түгел, ә яңы ултыртылған ағастарҙы ла имгәтә. Штрафтан тыш, ҡала урамдарында тәртип урынлаштырыу маҡсаты менән хәҙер магазин, объекттар алдарына бағана ҡуялар. Закон ғәмәлгә ингән көндә үк биш йөҙҙән ашыу хоҡуҡ боҙоусы асыҡланған. Газон-тротуарға ҡуйылған машиналарҙы күреүселәр уны фотоға төшөрөп урындағы хакимиәт башлыҡтарына ебәрә ала. Ә парковкалар һорауына килгәндә иһә, ул ошо арала хәл ителәсәк, тип белдерҙеләр. Күп ҡатлы йорттар урамдары, мәҫәлән, “Башҡортостан ихаталары” республика программаға ярашлы машина ҡуйыу урыны киңәйтелеү эштәре дауам итә. Көҙгөһөн урындағы халыҡ тимер аттарын ҡуйырға урын эҙләп йөрөмәйәсәк. Программа буйынса киләһе алты йылда республиканың бар 63 муниципалитетында 2 меңдән ашыу ихата яңы төҫ аласаҡ. Республиканың башҡалаһында, бигерәк тә дауахана урамдарында автомобилдәр ҡуйыу өсөн урындар юҡлығы һаман да етди булып ҡала. Автоһәүәҫкәрҙәр был мәсьәләнең тиҙ арала хәл ителеренә ышана.