“Өфөкабель” ойошмаһының элекке административ һәм сәнәғәт бинаһын төҙөкләндереү дауам итә. Батша заманында бында губернаның ер идаралығы урынлаша һәм хәҙер төҙөүселәр элекке йөҙөн кире ҡайтара. Скульпторҙар гипстан биҙәү деталдәрен эшләгән. Эшселәр бинаға манара ҡуйҙы, ҡыйығын алмаштырҙы һәм әле стеналарын буяуға әҙерләй. Икенсе сиратында сәнәғәт бинаһы ла төҙөкләндереләсәк. Әле бында ремонт эштәренә әҙерлек бара. Обьект сауҙа, күңел асыу һәм эшлекле үҙәккә әйләнер, тип көтөлә.
Баш ҡала үҙәге яңы төҫ ала
Тулыраҡ: Баш ҡала үҙәге яңы төҫ ала