- Тәфтиш комитеты Тольяттила балалар уйнап йөрөгән батутты көслө ел осороу сәбәпле енәйәт эше ҡуҙғатты. Ике бала йәрәхәтләнгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, аттракцион хужалары хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙған.
- Мексикала Сантьягоның изге апостолы монастыре һыу аҫтынан күренгән. Ул 16-сы быуатта төҙөлгән, 1966 йылда дамба төҙөлгәс һыу аҫтында ҡалған. Йылға һайығыу менән ҡорам күренә башлай һәм туристарҙың яратҡан урынына әйләнә.
- Силәбеләге Шагол аэродромында хәрби күнекмәләрҙең яңы этабы башланды. Летчиктар алдында Су-34 истребителен тиҙ арала өйрәнең бурысы ҡуйылған. Пилоттар самолеттың хәрби мөмкинлектәрен өйрәнгәс, уны осоусы компьютер тип атаған. Йыл аҙағына тиклем аэродромда Су-34-тең икенсе эскадрильяһы ойоштороласаҡ.
- Рәсәй оборона министрлығы ракета һөжүменә ҡаршы системаның яңы ракетаһын һынап ҡараны. Ҡазағстанда Һары-Шаған полигонында һынау уңышлы үткән, ракета шартлы сәпте юҡ иткән, тип хәбәр ителә.