Башҡортостан инвалидтар һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса милли чемпионаттың бишенсе төбәк этабы дауам итә. Чемпионатта 29 компетенция буйынса 300 инвалид көс һынаша. Салауат мәғариф һәм профессиональ технологиялар колледжы студенттары был ярышта йылда әүҙем ҡатнаша. “Абилимпикс” милли чемпионаты Рәсәйҙә быйыл 5-се тапҡыр уҙғарыла. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ҡатнашыусылар һәм компетенция һаны йылдан-йыл арта. Дизайнерҙар, ашнаҡсылар, робот техникаһы һәм башҡа һөнәр оҫталары бер майҙанда йыйыласаҡ. Артем Бикбулатов тыумыштан һөйләшмәй. Быйыл ул беренсе тапҡыр робот техникаһы компетенцияһында “Абилимпикс” чемпионатында ҡатнашасаҡ.Василий ... былтырғы чемпионатта уңышлы сығыш яһап Башҡортостан данын яҡлағайны. Быйылғы ярышта ҡатнашасаҡ мәктәп уҡыусыларына ул робот техникаһы серҙәрен өйрәтә.Быйыл төбәк этабында мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм белгестәр Өфө, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларының һигеҙ һөнәри белем биреү ойошмаһы майҙансыҡтарында көс һынашты. Ойоштороусылар билдәләүенсә, “Абилимпикс” йәш һөнәр оҫталарына киләсәктә эшкә урынлашырға булышлыҡ итә. Мәҫәлән, былтыр, чемпионатта ҡатнашыусыларҙың 90 проценты эшкә урынлашып, уҡыуҙарын дауам иткән.
Һөнәри оҫталыҡ буйынса милли чемпионат
Тулыраҡ: Һөнәри оҫталыҡ буйынса милли чемпионат