Балалар стоматологияһы клиникаһының береһендә кескәйҙәрҙе ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһына арналған сара үтте. Бындай әмәл – теш ауырыуҙарын кәметергә булышлыҡ итә, ти белгестәр. Алты йәшлек Камилла теш табибынан бер ҙә ҡурҡмай. Сөнки һөт тештәренең әлеге торошо һуңынан сығасаҡ ДАИМИ тештәргә йоғонто яһаясағын ул яҡшы аңлай. Кескәйҙәргә бала саҡтан уҡ был хаҡта аңлатып үҫтерергә кәрәк, ти ҡыҙҙың әсәһе Алина Кимал ҡыҙы. Теш ауырыуҙары араһында иң таралғаны – кариес, ти табиптар. Башҡортостанда теш кариесы: 6 йәшлек балаларҙа – яҡынса 89 процент/һөт тештәре/, 12-15 йәшлектәрҙә – яҡынса 85 процент, 35-44 йәшлектәрҙә был сир – 100-ҡа са етеүен билдәләй белгестәр. Ауырыу тештәрҙе кисекмәҫтән дауалау зарур, сөнки улар — инфекция сығанағы. Ауыҙ ҡыуышлында микробтарҙы булдырмау өсөн, боҙоҡ тешкә ваҡытында иғтибар итеп өлгөрөү кәрәк, ти белгестәр.Балала кариес барлыҡҡа килеүен әсәй кеше йорт шарттарында үҙе лә билдәләй ала..... теш ҡарая, төҫө боҙола..... ул теш әсене, шәрбәтте ныҡлап һиҙә башлай. Ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһын халыҡ араһында киң пропагандалау йәһәтенән балалар стоматологияларында йыш ҡына төрлө саралар уҙғарыла. Был иһә үҙ йәһәтендә һөҙөмтәһеҙ, ҡалмай ти дауалау-профилактикалау бүлеге етәксеһе. Баланың тештәрен ваҡытында тәрбиәләй башлау мөһим. Һөт тештәре ДАИМИ тештәр менән алмашҡансы ҡарап-тәрбиәләп тороу ата-әсәнең бурысы. Гигиена талаптарын теүәл үтәгән саҡта ғына, кескәйегеҙҙе бер көн ҡалдырмай тештәрҙе таҙартырға ғәҙәтләндергән сағығыҙҙа ғына уңышҡа өлгәшерһегеҙ, ти табиптар.
Тешеңде таҙа тот
Тулыраҡ: Тешеңде таҙа тот