Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында “Евразия күпере” күргәҙмәһе асылды. “Рәсәй рәссамдары күҙлегенән Ҡытай” проектында ҡатнашыусылар Ҡытайға барып, ундағы төрлө обьекттарҙы, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен, аш-һыуын ҡәләм аша еткерҙе. 2016 йылда Ҡытай менән төҙөлгән килешеү буйынса, рәссамдар бер-береһенә барып сәнғәттең үҫеш ептәрен нығытырға тейеш ине. Экспозицияла бөтәһе егерме рәссамдың һүрәттәре менән танышырға мөмкин. Сентябрҙә Өфөгә Ҡытай рәссамдарының килеүе көтөлә. Ниндәй ҙә булһа объектты үҙ күҙҙәре менән күреп ижад иткән рәссамдың һүрәте күпкә матурыраҡ була, тип һанай күргәҙмәне ойоштороусылар.