Балалар баҡсаһына сират ҡасан бөтөр?

Тулыраҡ: Балалар баҡсаһына сират ҡасан бөтөр?

Өфөлә балалар баҡсаларына сират мәсьәләһе 2016-сы йылға тиклем тулыһынса хәл ителәсәк. Был турала башҡаланың мәғариф идаралығы етәкселеге белдерҙе. Әле ҡалала 246 балалар баҡсаһы бар. Шуларҙың 230-ы муниципаль, дүртәүһе ведомстволағы, ун икеһе дәүләт ҡарамағында булмаған лицензиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениялары. Быйыл ғына 5 балалар баҡсаһы сафҡа инәсәк. Өс йәшен тултырып килгән Карина август урталарында балалар баҡсаһына йөрөй башлаясаҡ. „Сират ваҡытында килеп еткәне бик ҡыуаныслы„ — ти Каринаның әсәһе Светлана Бикмәтова. Республика етәксеһенең балалар баҡсаларына сиратты етди контролгә алыуы һәм һуңғы йылдарҙа мәктәпкәсә учреждениелар күпләп төҙөлөүе мәсьәләне хәл итеү мөмкинлеген бирҙе. 2010-сы йылдан алып Өфөлә генә 13 яңы балалар баҡсаһы төҙөлгән. Әлеге мәлдә эшләгәндәре нигеҙендә өҫтәмә төркөмдөр асыу ғына 3 меңдән дән ашыу урын булдырырға ярҙам иткән. Быйыл балалар баҡсаһын төҙөүгә 10 миллиард һум аҡса бүленгән. Был балалар баҡсаһы йыл аҙағында төҙөлөп бөтөп 230 баланы ҡабул итәсәк. 2012-се йылдан башҡортостанда 50 бина төҙөлөп кескәйҙәрҙе ҡабул итте. Тик балалар баҡсаһында һаман да урын етмәй-демография яҡышар. Өфө ҡалаһында ғына быйыл биш балалар баҡсаһы сафҡа индереләсәк. Мәғариф идаралығында әйтеүҙәренсә, төҙөлгән баҡсаларҙың проекттары заман талаптарына тулыһынса яуап бирә, дәүләт тикшереүе үткән. Уларҙан тыш шәхси балалар баҡсалары ла эшләй. Башҡаланың мәғариф идаралығында әйтеүҙәренсә, 2015-се йылда урындарҙы арттырыу буйынса эш дауам итәсәк. Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн тағы ла 3 мең урынлыҡ баҡсалар төҙөләсәк.