Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров етәкселегендәге рәсми делегация Санкт-Петербургта үткән 23-сө халыҡ-ара иҡтисади форумда ҡатнаша. 6 июндән һигеҙенә тиклем дауам иткән форум барышында төбәк-ара, финанс кредит ойошмалары, предприятие һәм фондтар менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөү көтөлә. Форумдың беренсе көнөндә Радий Хәбиров Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов менән осрашты. Етәкселәр ике республика араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында быйыл апрель айында төҙөлгән килешеүҙе бойомға ашырыу буйынса саралар планын раҫланы. Документ 2020 йылда Татарстанда Башҡортостан көндәрен ойоштороуҙы күҙ уңында тота. Был көндәрҙә иһә республиканың сәнғәт оҫталарының концерт программаһы менән сығыш яһауы, спорт ярыштары, йәштәр ҡатнашлығында саралар һәм төбәктең сәнәғәт потенциалы менән туризм мөмкинлектәрен танытыу, Татарстандың алдынғы предприятиелары менән танышыу ҡарала. “Ростелеком” компанияһы Башҡортостанда “Аҡыллы ҡала” проектын бойомға ашырасаҡ. Был хаҡта килешеүгә Санкт-Петербургта үткән иҡтисади форумда Радий Хәбиров менән компания президенты Михаил Осеевский ҡул ҡуйҙы. Проекттың төп маҡсаты – ҡала ресурстары менән идара итер өсөн цифралы система булдырыу. Заманса ҡоролма муниципалитеттарҙа энергияны һаҡсыл тотонорға һәм кешеләр хәүефһеҙлегенә булышлыҡ итәсәк. Форум барышында республика етәксеһе Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Башҡортостан Хөкүмәте менән Кузбасс араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Халыҡ-ара иҡтисади форумдың беренсе көнөндә Башҡортостан Хөкүмәте менән RAILGO компанияһы араһында инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ла килешеү төҙөлдө. Уға ярашлы, республикала нефть һәм нефть продукттарын ташыусы тимер юл составтарын яңыртыу һәм киңәйтеү ҡарала. Йөк ташыу күләмен арттыру һөҙөмтәһендә төбәктә 250 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Инвестициялар күләменең 20 миллиард һумдан ашыуы көтөлә.
Тәүге килешеүҙәр
Тулыраҡ: Тәүге килешеүҙәр