Сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә республика халҡы Башҡортостан башлығын, шулай уҡ урындағы ҡала һәм район советтарына яңы вәкилдәр һайлап, Дәүләт Йыйылыш-Ҡоролтайға өҫтәмә ике депутатты билдәләйәсәк. Кампания Башҡортостан өсөн 400 миллион һумға төшәсәк. Бюллетендәрҙе иҫәпләү барышын күҙәтеү өсөн камералар Өфөләге 410 тауыш биреү участкаһында һәм 69 территориаль һайлау комиссияһына ҡуйыла. Ошо хаҡта Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко белдерҙе.
Башҡортостан “Берҙәм тауыш биреү көнөнә” әҙерләнә
Тулыраҡ: Башҡортостан “Берҙәм тауыш биреү көнөнә” әҙерләнә