Башҡортостанда «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә 2 мең 500-ҙән ашыу кеше авариялы торлаҡ фондынан күсереләсәк. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 2024 йылға тиклем граждандарҙы авариялы торлаҡ фондынан күсереү адреслы программаһына ярашлы, мохтаж ғаиләләргә 923 фатир бүленә. Ғаиләләрҙе йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡтан күсереүгә бюджеттан 1 миллиард 600 мең һум йүнәлтелә. Программаға 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авариялы һәм һүтелергә тейеш тип танылған күп фатирлы йорттар индерелгән.
2 мең 500-ҙән ашыу кеше авариялы торлаҡ фондынан күсереләсәк
Тулыраҡ: 2 мең 500-ҙән ашыу кеше авариялы торлаҡ фондынан күсереләсәк