Хәүефле транспорт

Тулыраҡ: Хәүефле транспорт

Республика буйынса “Иғтибар балалар” операцияһы бара. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре белем биреү учреждениеларында балаларға велосипед, самокат кеүек транспорт төрҙәре менән юлды үтеү ҡағиҙәләрен иҫтәренә төшөрҙө, билдәләрҙе ҡабатлай. Регина Билалова көн һайын сабыйҙары менән паркта велосипедта йөрөргә сыға. Өлкән ҡыҙы Василиса тимер атта ике йәшенән, ә Алиса иһә ун айҙан уҡ йөрөргә өйрәнгән. Иң мөһиме-балаларға һәр ваҡыт юлда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәтеп, иҫтәренә төшөрөп торорға кәрәк, ти йәш әсә. Юл-транспорт фажиғәһенә осрамаҫ өсөн велосипедта махсус тәғәйенләнгән урында йөрөргә һәм билдәләрҙе белеү мотлаҡ. Ҡағиҙә буйынса, ете йәшкә тиклемге балалар ихатала ата-әсәләр ҡарауында, ә ун дүрт йәштәгеләр тротуар һәм велосипед өсөн эшләнгән юлдан йөрөргә тейеш. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре йылына бер нисә тапҡыр мәктәптә белем алған һәм балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр өсөн юл ҡағиҙәләрен өйрәтә. Программа буйынса улар юлды нисек дөрөҫ үтергә, машиналар булған ерҙә үҙеңде нисек тоторға тигән һорауҙарға яуаптар бирә, билдәләрҙең нимә аңлатҡанын ҡабатлай. Хәҙер ата-әсәләрҙең күбеһе сабыйҙарына велосипед йә иһә самокат алып бирә. Бындай бүләк тәү осраҡта ололарға ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. 2019 –сы йылдың башынан Рәсәйҙә генә 186 велосипедсы аварияға осраған, дүрт баланың ғүмере өҙөлгән. Ошо арала ғына Өфөлә Бессонов урамы менән Октябрь проспекты киҫелешендә 33 йәшлек ҡатын юл аша велосипедта сығып барған баланы төкөтә. Ашығыс ярҙам машинаһы килеп өлгөрмәй, бала урында уҡ һәләк була. Белем биреү учреждениеларында инспекторҙар ғына түгел, ә уҡытыусылар ҙа балаларға уйын рәүешендә юл ҡағиҙәләрен өйрәтә. Хәҙер уҡыусыларҙың күбеһе лагерҙарға юллана. Ял итеү урындарында ла юл ҡағиҙәләрен өйрәнеү — төп маҡсаттарҙың береһе. Республикала велосипедсылар өсөн йыл һайын төрлө саралар үткәрелеп тора. Мәҫәлән, май баштарында баш ҡала туғыҙынсы тапҡыр велосипед хәрәкәте үҙәгенә әүерелеп «1000 велосипедсы көнө»н уҙғарҙы. Велопарадҡа Салауат, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалаларынан да ҡушылдылар. Бындай сара юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәү бурысын ҡуя. Әйткәндәй, транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, тиҙҙән ҡалаларҙа велосипедсылар өсөн 65 километр оҙонлоҡта юлдар һалынасаҡ. Велосипедсылар менән авария осраҡтары кәмер тип көтөлә. Инспекторҙар иһә велосипедта йөрөгәндә юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.