Яман шешкә ҡаршы көрәш иғлан ителә

Тулыраҡ: Яман шешкә ҡаршы көрәш иғлан ителә

Быйыл Башҡортостанда «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә онкология сирҙәре менән көрәшкә 1 миллиард 800 милллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. 2019 йылда онкология сирҙәре менән көрәш буйынса төбәк программаһы әҙерләнергә, уның сиктәрендә дүрт амбулатор онкология ярҙамы үҙәге эшләй башларға тейеш. Улар Өфө, Октябрьский, Нефтекама һәм Күмертау ҡалаларында күп профилле дауаханаларҙа ойошторола. Шулай уҡ республика онкология диспансерын, өс медицина ойошмаһын диагностикалау һәм медицина ҡорамалы менән йыһазландырыу, 67 берәмек махсус техника һатып алыу күҙаллана, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы.