8 июндә илдә социаль хеҙмәткәр көнө билдәләнә

Тулыраҡ: 8 июндә илдә социаль хеҙмәткәр көнө билдәләнә

Йәмғиәттә яҡлауға мохтаждарҙың көнкүреш һәм матди шарттарын яҡшыртыуҙы үҙ иңенә алған тармаҡҡа быйыл 100 йыл. 8 июндә иһә илдә социаль хеҙмәткәр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Өфөлә хеҙмәт алдынғыларын данлау тантанаһы үтте. Зөлфиә Манурова Серафимовка балалар йортонда ике тиҫтә йыл эшләй. Ошо дәүерҙә балаларҙың һәр төрлө йәш төркөмөн тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индергән. Эшендә үҙенсәлекле алымдар ҡуллана, мөмкинлеге сикле балаларҙы тормош биҙәктәрен танырға һәм хеҙмәт һөйөргә өйрәтә. Тырышлығының емеше лә бар – был гөл үҫентеләрен әле баҡсасы һөнәрен үҙләштергән элекке уҡыусыһы бүләк иткән. Етем балалар, ҡарттар, ғәриптәр, йәмғиәттә ауыр хәлдә ҡалған башҡа ҡатлам вәкилдәре менән эшләргә һөнәри оҫталыҡтан да нығыраҡ кешеләрҙе йәлләй белеү мөһим. Кемгә ниндәй ярҙам кәрәклеген дә йышыраҡ социаль хеҙмәткәрҙәр асыҡлай. Был өлкә белгестәренә ил ҡануниәтендәге тейешле ҡағиҙәләрҙе белергә, психология, социология, педагогика нигеҙҙәрен, медицина ярҙамы күрһәтеү алымдарын үҙләштерергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта уларҙан иғтибар, мәрхәмәтлек һәм ғәҙеллек көтәләр. Изгелек һәм мәрхәмәт армияһы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрам уңайынан ҡаҙаныштарҙы билдәләү йолаһы бар. Хеҙмәткә күрә хөрмәткә өлгәшеү – артабан дәртләнеп эшләргә сәм өҫтәй. Тантанаға саҡырылған ҡунаҡтар араһында беҙгә таныш Зөлфиә Манурова ла бар. Быйыл ул “Халыҡты социаль яҡлау учреждениеһының иң яҡшы хеҙмәткәре” бәйгеһенең финалына сыҡҡан. “Балалар менән эшләүҙең еңел булғаны юҡ, әммә йөрәгеңде биреп башҡарһаң, барыһы ла ҡәнәғәт, “- ти Зөлфиә Миәссәр ҡыҙы.Мәсетле районында 18 йыл социаль хеҙмәткәр бурыстарын үтәгән Зилә Ғиниәтуллина республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ. Зилә ханым оло йәштәгеләргә ярҙам хеҙмәтендә.Өлкәндәргә мөһим йылы һүҙ һәм ябай иғтибарҙың әһәмиәтен Темәс психоневрологик интернаты хеҙмәткәре Руслан Урмантаев та билдәләй. Ул социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһының иң яҡшы хеҙмәткәре бәйгеһендә еңеүсе. Юрий Мельников социаль хеҙмәткәр һөнәренең йәштәр араһында абруй ҡаҙанмауы тураһындағы фекерҙе хупламай. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағында эшләгән ветерандар советы изгелек хеҙмәтен йәш быуын вәкилдәренә таныта. Бөгөн был креатив өлкә, ти министр вазифаһын башҡарыусы.Кешеләрҙең ғәҙеллеккә өмөтө һеҙҙең менән беҙҙең эшмәкәрлеккә бәйле, тип билдәләнде байрам тантанаһында. Башҡортостандың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүсе дәүләт учреждениеларында 10 мең ярымдан ашыу кеше эшләй. Был һөнәр үҙе һайлап алған вайымлы хеҙмәткәрҙәргә бөгөн һәр кем түҙемлек теләй һәм рәхмәт белдерә.