«Кроношпан» заводы иң юғары экологик талаптар буйынса төҙөлә, ул тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәйәсәк. Был предприятиеның төҙөлөш проекты дәүләт һәм дәүләткә ҡарамаған экспертизаларҙы, йәмәғәт-экология тикшереүен уңышлы үтте. Башҡортостан башлығы «Кроношпан» предприятиеһы республиканың урман хужалығында тәртип урынлаштырыуҙа, яңы юғары түләүле эш урындары булдырыуҙа ярҙам итәсәк, тип билдәләне. Республика етәксеһенең эш сәфәре тураһында тулыраҡ яңылыҡтарҙың киләһе сығарылыштарында.
Республика башлығы бөгөн Кроношпан ширҡәте төҙөлөшө менән танышты
Тулыраҡ: Республика башлығы бөгөн Кроношпан ширҡәте төҙөлөшө менән танышты