Тормош уңайлыҡтары сифатын яҡшыртыу өсөн электр энергияһын тотҡарлыҡһыҙ биреү. Электр эшмәкәрлегенә идара итеүҙе хәҙер „Аҡыллы селтәрҙәр„ үҙ иңенә ала. Башҡалала Smart Grid комплексы проекты ғәмәлгә ашырыла. Заманса идара итеү үҙәге әлегә Рәсәйҙә иң яңыһы. Smart Grid комплексы проектының ул бер өлөшө генә. Был иһә „Аҡыллы селтәрҙәр„ үҙәгенең дә үҙәге — диспетчер нөктәһе. Башҡала электр тәьминәте ошонан идара ителә.80 йыл дауамында хеҙмәт иткән селтәрҙәр иҫкергән, заман талаптарына яуап бирмәй, яңыртыу мәсьәләһе күптән көнүҙәк. Быйыл июль айында Өфө электр селтәрҙәренең 8 диспетчер нөктәһе бергә тупланып, селтәрҙәге бар мәғлүмәт уртаҡ үҙәккә ағыла башланы. Аҡыллы идара итеү комплексында электр селтәрҙәрен тулыһынса тикшереү һәм көйләү өсөн махсус йыһаздар урынлаштырылған. Ғәҙәттән тыш хәл осрағында диспетчер тиҙ үк белдереү ала, ул теркәлеү менән автоматлаштырылған тәртиптә ҡыҫҡа ялғаныш урыны асыҡлана һәм авария эҙемтәләрен бөтөрөү юлы тәҡдим ителә. Диспетчерға иһә ризалығын белдереп нөктәгә баҫаһы ғына ҡала. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов идара итеүсе үҙәктең ғәмәлдәге мөмкинлектәрен ҡараны. Хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттары, эш урынындағы уңайлыҡтар менән ҡыҙыҡһынды. Был заманса ҡоролманың халыҡ өсөн өҫтөнлөктәрен белеште. „Аҡыллы селтәрҙәр„ үҙәге әлегә Өфөнөң бер майҙанында ғына эшләй. Киләһе дүрт йылда проектты тулыһынса ғәмәлгә ашырыу күҙ уңында тотола. Smart Grid комплексы ярҙамында, мәҫәлән, өҙөлгән электр селтәрҙәре, элеккесә ысулдан 75 тапҡырға тиҙерәк төҙөкләндерелә. Яңыса идара итеү үҙәге техник юғалтыуҙарҙы ҡыҫҡартырға, хеҙмәтләндереү сығымдарын кәметергә булышлыҡ итә. Һөҙөмтәлә ҡулланыусыларҙың электр энергияһы өсөн аҙыраҡ хаҡ түләүе лә ихтимал, тине Өфө электр селтәрҙәре предприятиеһы етәксеһе Илдар Башмаков. Рөстәм Зәки улы Өфөләге ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатында йәшәүселәрҙең дә тормош шарттары менән танышты. Республика башлығын ошо йортта 14 йыл йәшәүсе Баязит Фазылов тупһала уҡ туҡтатып, борсоған һорауҙарын бирергә ашыҡты. Баязит Мөхәмәтғәлим улы 15 квадрат метр майҙанда бүлмәләше менән йәшәй. Миңә бында оҡшай, хеҙмәткәрҙәр эшенән ҡәнәғәтмен, шәфҡәт туташтары иғтибарлы, мәрхәмәтле, тип башлай һүҙен ветеран. Һәм „Ғәҙелһеҙлеккә түҙер әмәл ҡалмағас ярҙам һорарға мәжбүрмен„ — тип аҡлана.Рөстәм Зәки улы ҡарттар йортонда йәшәүселәрҙе иғтибар менән тыңлап, көнкүреш шарттары, хеҙмәтләндереү сифаты, дауалау кимәле менән ҡыҙыҡһынды. Уларҙың ял сәғәттәре, мауығыуҙары тураһында белеште. Бүлмәләрҙе, дауалау кабинеттарын, тантаналар залын ҡараны. Ашхана ишеге алдында ҡул йыуыу урыны республика башлығын ғәжәпкә ҡалдырҙы, был сәйер ҡоролманың ҡала шарттарына тап килеүе лә, ҡарттар һәм инвалидтар йорто талаптарына яуап биреүе лә мөмкин түгел. Асыҡланған етешһеҙлектәр буйынса тейешле һығымта яһарға тура килә. Ветеран Баязит Фазыловтың үтенесен иһә Рөстәм Зәки тиҙ арала хәл итергә вәғәҙә бирҙе.
Республика президентының эш сәфәре
Тулыраҡ: Республика президентының эш сәфәре