Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы ярты йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһаны

Тулыраҡ: Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы ярты йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһаны

Башҡортостанға килгән хеҙмәт мигранттарына тапшырылған патенттар һаны былтырғы менән сағыштырғанда 20 процентҡа артҡан. Бирелгән 20 мең патенттан республика ҡаҙнаһына 200 млн ашыу аҡса килгән. Әгәр ҙә быға тиклем был төр килемдең яртыһы федераль ҡаҙнаға күсерелһә, хәҙер иһә тулыһынса төбәктә ҡала. Шул уҡ ваҡытта сит ил паспорттарын юллаусылар ике тапҡырға кәмегән. Биометрик паспорттар алырға теләүселәргә бармаҡ эҙен ҡалдырырға тура киләсәк.Балаларға сит ил паспортын юллау киреһенсә еңелләштерелгән. 14 йәшкә тиклемге граждандарға 5 йылға тәғәйен паспортты 1 сәғәт эсендә алырға мөмкин.