Башҡалабыҙҙың урамдары буйлап мотоһәүәҫкәрҙәр үтте

Тулыраҡ: Башҡалабыҙҙың урамдары буйлап мотоһәүәҫкәрҙәр үтте

“Еңеү юлы” тип исемләнгән мотомарш бөгөн Өфөлә. “Төнгө бүреләр” ”Ночные волки” тип исемләнгән Рәсәйҙең мотоһәүәҫкәрҙәр берлеге был марафонды Еңеүҙең 70 йыллығына арнай. Ике тәгәрмәсле тимер атты һөйөүселәр Дуҫлыҡ монументынан старт алды. Уларға теләгән һәр кем ҡушылып башҡалабыҙҙың урамдары буйлап үтә ала. Башҡортостандаң һуң “Төнгө бүреләр” Волгоград, артабан Севастополгә юлланасаҡ.