Өфөлә йәшәүсе күп балалы ғаиләгә ете йыл сиратта торғандан һуң, ҡаланан 40 саҡырым алыҫлыҡта, бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған ер бүлеме биргәндәр. Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы? Серебряниковтар ғаиләһендә өс бәлиғ булмаған бала тәрбиәләнә, уларҙың береһенең – мөмкинлеге сикләнгән. Шуға күрә Өфөнән 30 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Кушнаренко районы Иҫке Ҡамышлы ауылынан тәҡдим ителгән ер бүлеме беҙҙең өсөн яраҡһыҙ, тип белдерә ҡатын. Ғаиләлә мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләнгәнгә күрә Серебряниковтар был тәҡдимдән баш тартырға мәжбүр. Сабыйҙы даими табипҡа күрһәтеп торорға кәрәк. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләр бушлай ер бүлеме алырға хоҡуҡлы. Әммә ер барыһына ла етерлек түгел, шуға инвалид бала тәрбиәләгән Серебрянниковтар ғаиләһенә лә ер участкаһын ҡаланан ситтә тәҡдим иткәндәр. Юрист, депутат ярҙамсыһы Булат Сафин әйтеүенсә, күп балалы һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән балалы ғаиләләргә ер бүлеме биреү тураһындағы закон төҙәтмәләр индереүҙе талап итә. Законға ярашлы, ер участкаһын рәсмиләштереү алдынан, урындағы үҙидара мотлаҡ рәүештә гражданиндан һәм уның ғаиләһенән ризалыҡ алырға бурыслы, ти ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы белгестәре. Әле республика күп балалы ғаиләләргә 18 меңдән ашыу ер бүлеме бирергә кәрәк. Ҡабаттан бушлай ер биреү айырым осраҡтарҙа, мәҫәлән тәбиғәт ғәрәсәттәренә тарып, биләмәне ҡулланыу осрағы булмағанда ғына бүленә ти, белгестәр.
Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы?
Тулыраҡ: Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы?