Йөҙөү – бөтәһе өсөн дә

Тулыраҡ: Йөҙөү – бөтәһе өсөн дә

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса һәр төбәктә “Йөҙөү – бөтәһе өсөн дә” ведомство-ара программаһы әҙерләнә. Ул муниципалитеттарҙа бассейндар төҙөүҙе һәм балаларҙы йөҙөүгә өйрәтеүҙе күҙаллай. Проект ҡасан һәм нисек эшләй башлаясаҡ. Яңыраҡ ҡына Аслан Ҡорамшин һыуға инергә лә ҡурҡҡан. Ә хәҙер малай “балыҡ” кеүек йөҙә. Быға уны спорт секцияһында өйрәткәндәр. Йөҙөү — мәктәп программаһына инмәгән. Әммә, Рәсәй Президенты күрһәтмәһе буйынса, был спорт төрө менән балалар ҙа, өлкәндәр ҙә шөғөлләнә алырға тейеш. Ил төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла үҙ программалары өҫтөндә эшләй башланылар. Ошондай проекты тормошҡа ашырыу мәсьәләһе республика етәксеһе Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй йөҙөү федерацияһы Президенты менән осрашыуҙа ҡаралды. Унда күпләп спорт менән шөғөлләнеү өсөн инфраструктура булдырыу һорауы тикшерелде. Владимир Сальников уҡыусыларҙы һәм үҫмерҙәрҙе йөҙөргә өйрәтергә тәҡдим итте, Радий Хәбиров иһә хуплап сыҡты. Бөгөн белгестәр программа өҫтөндә эш алып бара. Уның маҡсаты – һәр кешене йөҙөү серҙәренә өйрәтеү. Билдәле Рәсәй йөҙөүсеһе, паралимпия чемпионы Оксана Савченко аңлатыуынса, иң беренсе балаларҙы һәм эшләп йөрөгән кешеләрҙе өйрәтергә уйлайҙар. Шуныһы ла мөһим, предприятиелар үҙ иҫәбенә хеҙмәткәрҙәрен уҡытырға тейеш буласаҡ. Өфөлә лә халыҡты йөҙөүгә ылыҡтырып ҡаранылар. 2013-сө йылда грантҡа нигеҙләнеп программа педагогия университетында тормошҡа ашырылды. Ул ваҡытта йөҙләгән студент йөҙөргә өйрәнде. Әммә, грант аҡсаһы бөтөү сәбәпле ул туҡтап ҡалды. Хәҙер университетта алынған тәжрибәне Өфөлә һәм республикала таратырға йыйыналар. Ләкин, белгестәр етешмәү проблемаһы килеп тыуа. Төбәктә бер тапҡыр бассейнда шөғөлләнеү хаҡы өлкәндәр өсөн 200-400 һум. Айырым кешеләргә ташламалар ҡаралған. Мәҫәлән, студенттар һәм пенсионерҙар 100-200 һум түләй. Ошондай уҡ, сумма мәктәп уҡыусылары өсөн билдәләнгән — 150-250 һум тирәһе. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, уҡыусыларҙың 78 проценты өҫтәмә түңәрәктәргә йөрөй. Республикала 12 мең самаһы бала йөҙөү менән шөғөлләнә. Белгестәр фаразлауынса, йөҙөү мәктәп программаһына инһә, уларҙың һаны ике-өс тапҡырға артасаҡ. Быға юғары уҡыу йортарында алып барылған эш дәлил. Мәҫәлән, аграр университетта дәрестәр бассейнда үтә. Бындай программаларҙың маҡсаты – бәхетһеҙ осраҡтарҙы алдан иҫкәртеү. Уҙған йылда ғына йылға-күлдәрҙә 4 баланың ғүмере өҙөлгән. Быйыл ул башланып та өлгөрмәне, бер кеше һыуға батып үлде. Июндә ҡотҡарыусылар “Йөҙөргә өйрән” тигән акция ойоштора. “Йөҙөү – бөтәһе өсөн дә” программаһы муниципаль берәмектәрҙә бассейндарҙы төҙөүҙе күҙаллай. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә 71 йөҙөү буйынса спорт комплексы бар. Быйыл 6 районда һәм тағы берәүҙе Өфөнөң Инорс биҫтәһендә сафҡа индереү планлаштырыла.