Башҡортостан “Берҙәм тауыш биреү көнөнә” әҙерләнә

Тулыраҡ: Башҡортостан “Берҙәм тауыш биреү көнөнә” әҙерләнә

Сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә республика халҡы Башҡортостан башлығын, шулай уҡ урындағы ҡала һәм район советтарына яңы вәкилдәр һайлап, Дәүләт Йыйылыш-Ҡоролтайға өҫтәмә ике депутатты билдәләйәсәк. Кампания Башҡортостан өсөн 400 миллион һумға төшәсәк. Бюллетендәрҙе иҫәпләү барышын күҙәтеү өсөн камералар Өфөләге 410 тауыш биреү участкаһында һәм 69 территориаль һайлау комиссияһына ҡуйыла.