Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре белем биреү учреждениеларында балаларға велосипед, самокат кеүек транспорт төрҙәре менән юлды үтеү ҡағиҙәләрен иҫтәренә төшөрҙө, билдәләрҙе ҡабатлай. Рәсәйҙә быйыл ғына 186 велосипедсы аварияға осраған, дүрт баланың ғүмере өҙөлгән. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, тиҙҙән ҡалаларҙа велосипедсылар өсөн 65 километр оҙонлоҡта юлдар һалынасаҡ. Велосипедсылар менән авария осраҡтары кәмер тип көтөлә. Инспекторҙар иһә велосипедта йөрөгәндә юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.
Республика буйынса “Иғтибар балалар” операцияһы бара
Тулыраҡ: Республика буйынса “Иғтибар балалар” операцияһы бара