Республиканың төп һыу артерияһы буйын яңыртыуҙан тыш, унда төрлө обьекттар ҙа ҡоролсаҡ. Әлегә был видеояҙма ғына булһа ла, унда һүрәтләнгән обьекттар бер-нисә йылдан һуң үҙ ишектәрен асыр, тип көтөлә. Яңы филармония, төрлө үҙәктәр һәм Башҡортостанға килгән иң юғары ҡунаҡтарҙы ҡаршылау өсөн айырым тәғәйенләнештәге обьект. Маҡсаттар бихисап, уларҙы бойомға ашырыу өсөн яҡынса биш йыл ваҡыт бар. Төҙөлөш, сафҡа индереләсәк обьекттар урыны айырым тикшереүҙәр үткән. Яңырыштар өсөн финанс сығымдар күләме 5 миллиард һумдан ашыу буласаҡ. Аҡсаны иһә Рәсәй ҡаҙнаһы бүлергә тейеш. Ағиҙел ярын төҙөкләндереү Өфө генә түгел, ә Башҡортостан өсөн әһәмиәтле. Республика етәксеһе Радий Хәбиров та был проекттың мөһимлеген айырым билдәләй. Ағиҙелдең төҙөкләндерелгән яр буйының сираттағы өлөшөн июль айында файҙаланыуға тапшырырға тейештәр. Әле бында тиҫтәләгән компания эш алып бара. Маҡсат эштәр тиҙлеге менән уның сифатлы булыуында. Башҡортостандың йөҙөк ҡашы булған Ағиҙел яры хәҙер яңы уттар менән балҡыясаҡ. Яңы филармония, яңы обьекттар һәм баш ҡала халҡы, уның ҡунаҡтарының яратҡан ял урыны буласаҡ биләмә Рәсәй ҡалаларына өлгөгә әйләнергә тейеш.