Республика етәксеһе Дуҫлыҡ монументына һәм Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалды

Тулыраҡ: Республика етәксеһе Дуҫлыҡ монументына һәм Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалды

Өфөлә Рәсәй көнө һәм башҡала көнө, шулай уҡ Салауат Юлаевтың тыуыуына 265 йыл тулыуға арналған байрам саралары үтте. Тантаналар иҫтәлекле һәйкәлдәргә сәскәләр һалыуҙан башланды. Бөйөк ил тарихына тоғро булырға, ата-бабалар батырлығын онотмаҫҡа һәм илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләргә. Һәйкәлдәргә сәскәләр һалыу йолаһы ошо маҡсаттарҙы бойомға ашырыу өсөн мөһим. Байрам иртәһендә был йоланы Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, хөкүмәт, министрлыҡ һәм ведостволар вәкилдәре, Рәсәй Федераль Йыйылышы депутаттары, Өфө ҡала хакимиәте башлығы, башҡаланың почетлы граждандары үтәне. Артабан делегация Салауат Юлаев һәйкәле майҙанына юлланды. Халҡыбыҙҙың милли геройының тыуыуына ошо көндәрҙә 265 йыл тула. Салауат Юлаев халыҡ хәтерендә шағир-импровизатор булараҡ һаҡлана. Милли батыр образы республикабыҙҙың айырылғыһыҙ символына әйләнде.