Тантаналы ваҡиғала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ҡатнашты. 2015-се йылда Шос һәм БРИКС саммиттары алдынан Өфөлә бер-нисә фонтан асыу планлаштырылғайны. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры янында урын алған „Ете ҡыҙ„ фонтаны күптән Өфөлөләрҙе ҡыуандырып өлгөрһә, Ленин майҙанында асыласаҡ фонтан эштәре, ни сәбәптәрҙәндер туҡтатылып торғайны. Ниһәйәт, ул да файҙаланыуға тапшырылды. 55 миллион һумлыҡ проект ҡала бюджетынан финансланған. Фонтан 338 квадрат метрҙы биләй. Фонтан сәғәт циферблатын һынландыра. Уның аҫҡы өлөшөндә һандар яҙылған, урғылған һыу ваҡытты күрһәтәсәк.
Өфөлә Ленин майҙанында фонтан файҙаланыуға тапшырылды
Тулыраҡ: Өфөлә Ленин майҙанында фонтан файҙаланыуға тапшырылды