Ошо уңайҙан башҡалабыҙҙың төрлө майҙандарында ҙур концерттар уҙғарылды. Бынан тыш, ҡала көнөндә Башҡортостан халҡы өсләтә байрамды бергә билдәләне. Дәртле йыр-бейеүҙәр, сағыу төҫтәге кейемдәр, алсаҡ йөҙҙәр. Ҡала көнөнә бағышланып уҙғарылған ҙур тантананы һәр кем ҡарап, күңел аса алды. Ғәҙәттәгесә, баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн был көн сараларға бай булды. Өфөнөң барлыҡ майҙандарында үткән күңел асыу саралары Ватан этнопаркында салют менән тамамланды.
Өфө ҡалаһына 445 йыл!
Тулыраҡ: Өфө ҡалаһына 445 йыл!