Республика йортонда үткән Хакимиәт башлығы сәғәтендә Межгорье ҡалаһын үҫтереү йүнәлештәре билдәләнде. Радий Хәбиров ҡала хакимиәте башлығы Илья Тереховты ҡабул итте. Республика етәксеһе муниципалитет өсөн мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында яуаплы ведомстволарға тейешле йөкләмәләр бирҙе. Межгорьены тәү сиратта таҙартыу ҡоролмалары төҙөлөшө борсой. Был халыҡҡа коммуналь хеҙмәттәр файҙаланған өсөн хаҡтарҙы көйләргә булышлыҡ итәсәк. Төбәккә инвестициялар килтереү мәсьәләһендә иһә хакимиәт диабаз минералы ятҡылыҡтарына өмөт бағлай. Нуриман районында халыҡ тормошо уңайлығы өсөн һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф учреждениеларын яңыртыу талап ителә. Район үҙәгенән иң алыҫ урынлашҡан Первомайск ауылында мәктәп төҙөү мәсьәләһе лә хакимиәт башлығы сәғәтендә ҡаралды.
Инвестициялар йәлеп итергә диабаз ярҙам итәсәк
Тулыраҡ: Инвестициялар йәлеп итергә диабаз ярҙам итәсәк