Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Башҡортостанға федераль бюджеттан өҫтәмә аҡсалар йәлеп итеү мәсьәләләренә арналған сираттағы кәңәшмә үтте. Ҡатнашыусылар тәү сратта бындай осрашыуҙарҙың ыңғай һөҙөмтәләр килтерә башлауын билдәләп үтте. Йыл башынан үҙәктән алынған өҫтәмә ярҙам күләме 48 миллиард һум. Шуларҙың 15 миллиарды милли проекттарға тәғәйенләнә. Был күрһәткес былтырғыға ҡарғанда 30 процентҡа күберәк.Кәңәшмә барышында Дәүләт Думаһы депутаттары ойошторған эшсе төркөм эшмәкәрлегенә байҡау яһаны. Улар республикаға сәнәғәт, транспорт, юл инфраструктураһы, мәғариф, мәҙәниәт, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм башҡа өлкәләргә инвестициялар йәлеп итеү буйынса пландары менән уртаҡлашты.Әйтергә кәрәк, федераль бюждеттан килгән ҡабат ҡайтарылмай торған финанс ярҙам күләме буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында һигеҙенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй.
Федераль бюджеттан нисек аҡса йәлеп итергә?
Тулыраҡ: Федераль бюджеттан нисек аҡса йәлеп итергә?