“Башнефть” республика өсөн стратегик партнер булып ҡала. Ошо хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров компанияның уҙған йылдағы эшмәкәрлек һөҙөмтәһенә арналған ултырышта белдерҙе. Компания ярҙамында төбәктә яңы социаль обьекттар төҙөлә, төрлө программалар бойомға ашырыла. Уҙған йыл “Башнефть” республика ҡаҙнаһына 42 миллиард һум аҡса күсергән. Радий Хәбиров “Башнефть” компанияһы Президенты Андрей Шишкинға “Башҡортостан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орденын да тапшырҙы.
Республиканың стратегик партнеры
Тулыраҡ: Республиканың стратегик партнеры