- Индонезияның Суматра утрауында Синабунг вулканынан атылған көл ете саҡырым бейеклеккә күтәрелгән. Урандағы хакимиәттәр халыҡҡа битлектәр кейергә, мөмкин булһа урамға сыҡмаҫҡа кәңәш иткән. 400 йылдан һуң Синабунг 2010 йылда уянғайны.
- Румынияның Сибиу ҡалаһында ҡауҙы ғаиләһен янғындан ҡотҡарҡандар. Инә ҡауҙы ут тиҙ таралыуға ҡарамаҫтан, балаларын ташлап китмәгән. Янғын һүндереүселәр уларҙың барыһын да ҡотҡарған һәм “Ҡауҙылар дуҫтары” үҙәгенә тапшырған.
- Енисейҙа боҙ китә. Тәбиғәттең был күренеше күптәрҙе йәлеп итә. Ҡалын-ҡалын боҙ киҫәктәре ярға тиклем үк сығып ята. Енисей йылғаһында июнь урталарында ғына боҙ китеп бөтә.
- Вашингтонда Капитолий янында активистар Америка-Мексика сигендә мигранттарҙың ғаиләләрен айырыу сәбәпле балалар пижамаларын элеп ҡуйған. “Балалар ҡайҙа” акцияһы конгрессмендарҙы Дональд Трамптың иммиграция сәйсәтенә ҡаршы сығыш яһарға өндәй.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре