Уларҙың популяцияһын үҫтереү менән төбәктә бер-нисә йыл шөғөлләнәләр. Үткән быуаттың 40-сы йылдарында боландарҙың был төрөнә юғалыу хәүефе янай ине. Иреккә сығыу менән аҫыл боландар урманға ҡарай йүгерә. Был ваҡиғаны барыһы ла бер үк ваҡытта түҙемһеҙлек һәм хәүефләнеп көтә. Йәш боландарҙың ҡырағай тәбиғәткә өйрәнеп китерен, төрлө йыртҡыстарҙан һаҡлана белерен бер кем дә теүәл генә әйтә алмай. Әле Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығында бер-нисә тиҫтә аҫыл болан иҫәпләнә. Элек иһә уларҙың һаны меңгә яҡын булған. Популяцияны үҫтерер өсөн биологтар боландарҙы Алтай республикаһынан алып ҡайтҡан. Ҡурсаулыҡта һәр боландың ҡушаматы бар. Киләһе көндәрҙә ҡурсаулыҡта тағы ла бер-нисә болан иреккә сығарыласаҡ.
Башҡортостанда маралдар иреккә сығарылды
Тулыраҡ: Башҡортостанда маралдар иреккә сығарылды