Үҙ һөнәрҙәренә ғашиҡтар

Тулыраҡ: Үҙ һөнәрҙәренә ғашиҡтар

“Башҡортостан” Дәүләт телерадиокомпанияһы телевизор ҡараусылары өсөн “Үҙ һөнәрҙәренә ғашиҡтар” проектын тәҡдим итә. Төрлө һөнәр эйәләре тураһында төшөрөлгән тапшырыу аҙна һайын сығасаҡ. 35 йыл буйы яратҡан һөнәренә тоғро булған акушер-гинеколог Йәзилә Шевченконы белмәгән әсә юҡтыр. Ул Черниковка һәм Инорс биҫтәләрендә йәшәүсе сабыйҙарҙың күбеһенә яҡты донъяға килергә ярҙам иткән. “Үҙ һөнәрҙәренә ғашиҡтар” проектының иң беренсе геройы Зилә Рәшит ҡыҙы. Проект авторы һәм алып барыусыһы Елена Сергунина, уның режиссеры Эльвира Ким бындай тапшырыу өҫтөндә юҡҡа ғына эш башламаған. Йылдар буйы үҙ һөнәрҙәре буйынса эшләүселәр генә түгел, ә уны камиллаштырыусылар бихисап, уларҙың эш барышын күрһәтеү һәм республика халҡы менән таныштырыу-проектың төп маҡсаттарының береһе. Яңы проекты төшөргән ваҡытта ғына һигеҙенсе балалар табыу йортонда алты сабый ауаз һалды. “Үҙ һөнәрҙәренә ғашиҡтар” проекты аҙнаһына бер тапҡыр сығасаҡ. Уны гтрк.тв сайтында һәм тәүлек әйләнәһенә эшләгән Башҡортостан-24 каналында ҡарарға мөмкин.