Республика кардиодиспансерын киләһе ике йылда көткән үҙгәрештәр, һаулыҡ поезы асыҡлаған шиктәр һәм дарыу маркировкалау зарурлығы. Сәләмәтлек сәғәтенең сираттағы күсмә ултырышында ошо һәм башҡа мөһим мәсьәләләр тикшерелде. Йөрәге ауыртып, тыны ҡыҫыла башлағас Рәдиф Ғиззәтуллин үҙ автомобилендә Бүздәк район дауаханаһына нисек барып еткәнен хәтерләмәй. Ашығыс ярҙам машинаһында шунда уҡ Өфөгә оҙаттылар, ти. Республика кардиология диспансеры табиптары күрһәткән иғтибар менән һаҡсыл мөнәсәбәтте иһә сирлене һауыҡтырыу әмәленең береһе, тип таный. Кардиология диспансерындағы дауалау шарттары менән сираттағы сәләмәтлек сәғәте сиктәрендә Радий Хәбиров яҡындан танышты. Республика етәксеһе операция бүлегендә рентген хирургияһы ярҙамында сир асыҡлау һәм дауалау ысулдары, балалар һәм ололар өсөн реанимация блоктарындағы махсус йыһаздар, палаталағы уңайлыҡтар, пациенттарҙың хәле менән ҡыҙыҡһынды. Республика кардиология диспансеры тиҙҙән яңы хирургия бинаһы төҙөлөшөн башларға әҙерләнә. Макетта күрһәтелгәнсә ул иҫке корпус урынында барлыҡҡа киләсәк. Ике йыл эсендә заман талаптарына яуап биргән майҙандар файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Төп маҡсат дауаханала яңы урындар булдырыу түгел, ә дауалауҙың алдынғы кимәленә өлгәшеү. Кәңәшмәлә тәү сиратта граждандарҙың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәрлегенә ҡағылған мөрәжәғәттәре тикшерелде. Социаль селтәрҙәр аша алынған мәғлүмәттәр менән эш төркөмө етәксеһе Елена Прочаковская белдереүенсә, медицинаға бәйле мөрәжәғәттәр һаны дөйөм иҫәптә тик алтынсы урында. Кешеләрҙе борсоған төп һорауҙар табиптар етмәүе, дауаханаларҙы файҙаланыу һәм дарыуҙар менән тәьмин итеүгә ҡағыла. Төбәктә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын бойомға ашырыу йәһәтенән федераль финанслауға өҫтәп республика бюджетынан аҡса йәлеп ителә, әммә әлегә хәл итер мәсьәләләр етерлек.Радий Хәбиров төбәктә тәү сиратта ауыл медицинаһына етди иғтибар кәрәк, тип белдерҙе. Халыҡтың 40 проентҡа яҡыны ауылда йәшәй, демография үҫешен йышыраҡ улар күтәрә, ә һаулыҡ һаҡлау хеҙмәтенең ауылдағы күрһәткесе түбән. Яңыраҡ ауыл биләмәләренә сыҡҡан сәләмәтлек поездары төрлө сир шиге осраҡтарын асыҡлаған. Кешеләренең артабан тикшеренеү үтергә теләмәүе иһә уларҙың үҙ сәләмәтлегенә һалҡын ҡарашын дәлилләй. Йылдың беренсе дүрт айында йөрәк-ҡан тамырҙары сире һәм уға бәйле үлем осраҡтары 15 процентҡа артҡан. Был күрһәткестең сәбәптәрен табиптар маршрутизация тәртибен боҙоу, диспансер күҙәтеүе файҙаһының кәмеүе һәм сирлеләрҙең дауаны ҡабул итмәүе менән бәйләй. Республика етәксеһе йөрәк сиренән арынғандарҙы күҙәтеү, тейешле дарыуҙар менән бушлай хеҙмәтләндереү ваҡытын алты айҙан бер йылға тиклем оҙайтырға тәҡдим итә. Дауалау файҙаһын арттырыуға дарыуҙарҙы мотлаҡ маркировкалау ҙа булышлыҡ итәсәк. Максим Забелин был сараларҙы бойомға ашырыу тест тәртибендә беренсе июлдән беренсе октябргә тиклем үтә, тип белдерҙе. 2020 йылдан дарыуханаларҙа һатылған бар дарыуға ла мотлаҡ маркировка талап ителәсәк. Был ҡулланыусыны ялған дауа сараһынан аралау маҡсатында башҡарыла. Министр вазифаһын башҡарыусы шулай уҡ республикала ашығыс медицина ярҙамының берҙәм диспетчер хеҙмәтен булдырыу, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә кадрҙар дефицитын бөтөрөү юлдары һәм дауаханаларға махсус йыһаздар һатып алыу мәьәләләрен хәл итеү барышы тураһында ла мәғлүмәт бирҙе. Сәләмәтлек сәғәтенең сираттағы кәңәшмәһен сирҙе иҫкәртеү сараларына бағышларға тәҡдим ителде. Һаулыҡты хәстәрләү табип тырышлығына ғына түгел, ә сәләмәт йәшәү яҡлы пациенттың теләгенә лә бәйле.
Республиканың кардиология диспансерын ҙур үҙгәрештәр көтә
Тулыраҡ: Республиканың кардиология диспансерын ҙур үҙгәрештәр көтә