Башҡортостанда ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар булдырылды. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, 2019 йылдың 1 июленән һәр береһе 600 мең һум күләмендәге 100 грант булдырыла. Указ менән гранттар биреү буйынса республика комиссияһы төҙөлгән, уның составы һәм гранттар тураһында положение раҫланған. Башҡортостан Хөкүмәтенә гранттар түләү тәртибен билдәләү бурысы йөкмәтелгән.Гранттарға ике йылдан ашыу ауыл ерендәге белем биреү ойошмаларында эшләгән 35 йәшкәсә уҡытыусылар дәғүә итә ала. Уларҙы дөйөм белем биреү ойошмалары һәм мәғариф идаралыҡтары тәҡдим итә. Документтарҙы йыл һайын 1 авгусҡа тиклем тапшырырға мөмкин.
Ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар
Тулыраҡ: Ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар