Башҡортостандың матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй

Тулыраҡ: Башҡортостандың матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй

Был дата 1998 йылда раҫланды. Теүәл 100 йыл элек ошо көндө Ырымбурҙа башҡорт милли газетаһы баҫыла башлаған. Республика ҡала һәм райондарында бөгөн 70-тән ашыу баҫма берҙәм мәғлүмәт даирәһен тәьмин итә. Көн талаптарына яуап бирер өсөн мәғлүмәт биреү ысулдары, технологиялар, яңылыҡтар үҙе үҙгәреп тора. Яраҡлашырға тура килә. Аҙнаһына ике-өс түгел бер, әммә берәгәйле һан, төрлө уҡыусы ҡатламдарына иҫәпләнгән ҡушымталар. Матбуғат хеҙмәткәрҙәре эҙләнеүҙәр һәм ижад юлында.