20-се октябрҙә -Мостай Кәримдең тыуған көнөндә бөтә ҡунаҡтар уның тыуған ауылына саҡырыла. Юбилей тантанаһында Келәш ауылында Мостай Кәрим исемендәге милли-мәҙәни үҙәк асыла.Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Башҡортостанды халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Мостай Кәрим башҡорт телен үҫтереүгә тос өлөш индереүсе шәхестәрҙең береһе. Уның байтаҡ әҫәрҙәре мәктәп программаһында ҡулланыла, сәхнәләштерелә, фильмдар төшөрөлә. Мостай Кәрим әҫәрҙәре һәр быуын вәкилдәре өсөн ҡыҙыҡлы.
М.Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу республикала киң билдәләнәсәк
Тулыраҡ: М.Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу республикала киң билдәләнәсәк