Өфө илебеҙҙең мәҙәни үҙәгенә әйләнде

Тулыраҡ: Өфө илебеҙҙең мәҙәни үҙәгенә әйләнде

Ошо көндәрҙә башҡалабыҙҙа халыҡ –а ра кимәлдәге ике ҙур фестиваль үтә. Ҡала халҡы Рәсәй көнө менән бер рәттән Евразия йөрәге халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең тәүге тамашаһын һәм 15-се Берҙәмлек халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестиваленең йомғаҡлау концертына тамаша ҡылды. Ҡырғыҙстан музыканттары үҙҙәренең милли ҡоралы –Ҡомуҙҙың нескә лә, ҡабатланмаҫ тауышын тылсымлы моң тип атай. Башҡа үтә шаулы төркөмдәрҙән айырмалы рәүештә, улар ҡырғыҙ халҡының төп милли ҡоралын тыныслыҡта, дала иркенлегендә тыңлау яҡшы, ти. Ҡырғыҙстандан килгән музыканттарҙы туғандаш республикала үҙҙәрен иркен тотоуҙары һөйөндөрһә Көнбайыш Африканан, Сенегал республикаһының « Африка арыҫландары » шоу-төркөмө үҙҙәренең үтә шаулы, дәртле булыуҙары менән тамашасыны ылыҡтырҙы. Улар Башҡортостан ғына түгел Рәсәйҙә тәүге тапҡыр.Африкалағы тик музыка менән генә шөғөлләнгән ҡәбиләнең был барабандарына ихтибар итмәй урап үтерлек түгел шул. Хәйриә концерттары үткәреү ҙә CIOFF -Халыҡ-ара фольклор фестивалдәрен уҙғарыу һәм традицион сәнғәт советы талаптарына ярашлы. Берҙәмлек сиктәрендәге бындай сара быйыл тәүге тапҡыр. Өсөнсө быуын вәкилдәре, балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре, мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә хәйриә концертын ҙур ихласлыҡ менән ҡараны. Алыҫ һәм яҡын сит илдең сәнғәт оҫталарының күргәҙмәһе менән танышты.Быйыл 15-се тапҡыр үткән Берҙәмлек фестивален CIOFF ағзалары ла баһаланы. Тимәк, быйылғы фестивалдең кимәле киләһе донъяуи күләмдәге байрам — Фольклориадаға әҙерлегебеҙҙе сағылдыра. Халыҡ-ара кимәлдәге сара Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында Гала-концерт менән тамамланды. Бында ижади коллективтар ҡала халҡы алдында сығыш яһаны. Фестиваль барышын ентекле күҙәткән CIOFF — Халыҡ-ара фольклор фестивалдәрен уҙғарыу һәм традицион сәнғәт советы ағзалары байрамдың юғары кимәлдә үтеүен һәм Башҡортостандың Фольклориаданы ҡаршылауға әҙер булыуын белдерҙе. Артабан Берҙәмлек фестивалендә ҡатнашыусы 10 илдән килгән вәкил Евразия йөрәге фестивале сиктәрендәге Милли кейемдәр парадына ҡушылды.