Хафизә Амантаева үҙ ырыуының нескәлектәрен өйрәнеп, түңгәүерҙәргә хас костюмдарҙы тәү башлап тергеҙә башлай һәм йәштәштәренә лә был оҫталыҡты өйрәтә.Ә бына төнъяҡ-көнсығыш башҡорттарының милли кейемдәренә тамбурлап сигеү хас. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ҡалфаҡтары ла, алъяпҡыстары ла сәскәләр менән биҙәлгән.Һәр ырыуҙың милли кейеме бер-береһенән айырыла. Хәҙер күптәре уларҙың замансалаштырылған, әммә боронғо биҙәктәр һәм төҫтәр һаҡланып ҡалған. Замандаштарыбыҙ үҙҙәренең сағыу костюмдарын 4-се йыл рәттән ойошторолған Милли кейем парадында күрһәтте. Милли кейем парады быйыл халыҡ-ара статус алды. Башҡортостанда йәшәгән һәр милләт вәкилдәре һәм Конго, Колумбия, Вьетнам, Ҡытай, Төркиә, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа ил халыҡтары костюмын кейгән студенттар тигеҙ сафтарҙа уҙҙы. Сарала бәләкәй балалар ҙа, өлкән апай-ағайҙар ҙа, йәштәр ҙә ҡатнашты. Парадтың иң йәш ҡатнашыусыһына бары тик йәш ярым, ә иң өлкәне быйыл 80 йәшен билдәләй. Быйыл парадта ҡатнашыусылар һаны йәнә артты. Теркәлгән коллективтар ғына 2 мең 700-ҙән ашыу, һуңынан парадҡа милли кейемдәге өфөләр ҙә ҡушылды. Рәсәй Башҡортостан телерадиокомпанияһының милли тапшырыуҙар алып барыусылары ла быйыл саранан ситтә ҡалманы, улар парадта заманса тегелгән милли күлдәктәрҙә үтте. Башҡортостанда 100-ҙән ашыу милләт татыу йәшәй. Тап ошондай сара бөтә халыҡтарҙы дуҫлаштыра һәм берләштерә. Милли кейем парады йылдан йыл киң билдәлелек яулай һәм халҡыбыҙҙың матур сағыу йолаһына әүерелде.
Башҡортостан халҡы сираттағы рекорд ҡуйҙы
Тулыраҡ: Башҡортостан халҡы сираттағы рекорд ҡуйҙы